Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРЕШНОВ Владимир Михайлович

Просмотров: 897

ГРЕШНОВ Владимир Михайлович (14.11.1949, Ишембай ҡ.), инженер-механик. Физика-матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1988—2003 йй. металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2001—03 йй. — технологик процестар һәм етештереү каф. (Ишембай), 2007 й. алып теоретик механика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙың кире ҡайтарылмаусы деформациялары механикаһына һәм физикаһына арналған. Г. металдар өсөн һығылмалы форма ҡойоу процесының дөйөм физик-матем. теорияһын, ваҡ кристалл хәлендәге материалдарҙың үтә һығылмалы деформацияһының статик моделен, металдарҙы “ҡом сәғәте” схемаһы б‑са дифференциаль штамплау һәм преслау ысулдарын эшләй. Г. ҡатнашлығында уйлап табылған технологиялар (титан иретмәләренән эшләнгән деталь әҙерләмәләрен үтә һығылмалылыҡ эффектын файҙаланып изотермик шарттарҙа күләмле итеп штамплау, беркетеү изделиеларын һалҡын килеш күләмле итеп штамплау) БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

В.Ҡ.Итбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: