Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич

Просмотров: 1131

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич (17.3.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡолсом а. — 18.10.1996, Пятигорск ҡ.), артиллерист, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет­финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1952). 1932 й. тиклем ВЛКСМ‑дың Бәләбәй район ком‑ты секретары. 1933 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. тиклем Байкал аръяғы, Волга буйы һәм Ленинрад хәрби округтарында, 1940 й. ҡышында – Төньяҡ-Көнбайыш, 1943—45 йй. Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 198‑се айырым гвардия еңел артиллерия бригадаһы 274‑се гвардия еңел артиллерия полкы ком. гвардия подполковнигы Г. 1945 й. апр. Берлин өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1959 й. алып Г. запаста. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), Александр Невский (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Г. исеме Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а. урамға бирелгән, уға бюст, Пятигорскиҙағы Геройҙар аллеяһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Вахитов Ф. Последний бой //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019