Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУСЛЯКОВ Георгий Иванович

Просмотров: 1195

ГУСЛЯКОВ Георгий Иванович (14.1.1922, Алыҫ Көнсығыш Республикаһы Оло Куналей а. — 27.2.1998, Бүрәт Респ. Тарбағатай а.), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. июлендә Ленинградтан Өфөгә эвакуациялана, 1942 й. ғин. армияға алына, июлдән Сталинград, Дон, 1‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә Г. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1947) тыуған яғында эшләй (1959 й. алып колхоз рәйесе), 1962—82 йй. Тарбағатай көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комб‑ты директоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944, 1945 й. апр. һәм майы) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944 й. февр. һәм майы) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Г. исеме тыуған ауылындағы урта мәктәпкә бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019