Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы

Просмотров: 1481

ДӘҮЛӘТШИН Әбделғәзиз Абдулла улы (20.7.1861, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе — 12.5.1920, Петроград), хәрби эшмәкәр. Ген.-майор (1913). Дворяндарҙан. Павловск хәрби уч‑щеһын (1882) һәм С.-Петербургта Сит ил эштәре министрлығының Азия департаменты эргәһендәге көнсығыш телдәре курсын (1890) тамамлаған. 1880 й. алып рус армияһында. 1907 й. башлап Хәрби министрлыҡ Баш штабының Азия өлөшөндә хеҙм‑р, 1917 й. июль — 1918 й. дек. начальник. 1917 й. апр. — авг. Ваҡытлы хөкүмәттең (Ташкент) Төркөстан ком‑ты ағзаһы. 1918 й. алып РККА-ның Бөтә Рәсәй баш штабы хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1919 й. башлап РККА-ның башҡорт частары кавалерияһы инспекторы, башҡорт милли ғәскәрҙәренең тарихын яҙыу м‑н шөғөлләнгән. РККА-ның Генераль штабы акад. Көнсығыш бүлексәһен ойоштороу инициаторы (1920). 1906—14 йй. С.-Петербург йәмиғ мәсетен төҙөү б‑са йәмәғәт ком‑ты рәйесе. Ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен белгән. 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1915), 2-се дәрәжә Изге Анна (1910), 2-се (1906) һәм 3-сө (1896) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Отчет штабс-капитана Давлетшина о командировке в Хиджаз. СПб., 1899.

Әҙәб.: Султанбеков Б.Ф. Сталин и “татарский след”. Казань, 1995.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.Ә.Н Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019