Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 1526

ЕГЕРМЕ БИШЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1918 й. 30 июлендә РККА‑ның 4‑се армияһы командующийы А.А.Ржевский бойороғо м‑н Николаевск ҡ. Николаевск полктары див. булараҡ ойошторола; 21 сент. алып 1‑се совет пехота див., 25 сент. — 1‑се Һамар пехота див., нояб. — 25‑се уҡсылар див.; 1919 й. окт. башлап В.И.Чапаев исемен йөрөтә. Див. составына 1‑се һәм 2‑се уҡсылар бригадалары, Балаков һәм Балашов уҡсылар полктары, 1918 й. сент. алып 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө уҡсылар бригадалары, 1‑се Николаевск кавалерия полкы, 1919 й. мартынан 73‑сө, 74‑се һәм 75‑се уҡсылар бригадалары, Покровск запас уҡсылар батальоны, 25‑се кавалерия һәм артиллерия дивизиондары, 4‑се броневиктар отряды, 30‑сы авиация отряды инә; айырым хәрби частар уның составында ваҡытлыса була. Көнсығыш фронтта (1919 й. авг. тиклем), Төркөстан фронтында (1919 й. авг. — 20 майы), Көньяҡ-Көнбайыш (1920 й. май—авг., сент.—дек.) һәм Көнбайыш (1920 й. авг.— сент.) фронттарҙа 4‑се армия (1918 й. июле — 1919 й. ғин., 1919 й. март—апр., 1919 й. июне — 1920 й. майы), Беренсе армия (1919 й. ғин.—марты), Бишенсе армия (1919 й. апр.— майы), Төркөстан армияһы (1919 й. май—июне), 12‑се армия (1920 й. май—дек.), ш. уҡ Киев хәрби округы (1920 й. дек. алып) составына инә. Граждандар һуғышы осоронда 1919 й. майына тиклем Волга аръяғында һәм Төньяҡ Каспий янында алыштарҙа, Уральск, Һамар, Лбищенск ҡҡ. алыуҙа, май—июндә Боғорослан операцияһында, Бәләбәй операцияһында һәм Өфө операцияһында, 1919 й. июлендә — 1920 й. майында Николаевск һәм Уральск ҡамауын алып ташлауҙа, 1919—20 йй. Урал-Гурьев операцияһында, 1920 й. көҙөндә — 1921 й. яҙында Украинала Петлюраның ҡораллы көстәрен тар-мар итеүҙә, 1920 й. совет-поляк һуғышында, 1920 й. Киев операцияһында, Ковель, Овруч ҡҡ. алыуҙа, Көнбайыш Буг й. буйында барған алыштарҙа ҡатнаша. 1921 й. 28 апр. Белая Церковь ҡ. уҡсылар бригадаһы итеп ҡыҫҡартыла. 25‑се уҡсылар див. полктарына һәм 25‑се кавалерия дивизионына Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтары тапшырыла. Див. нач.: С.П.Захаров (1918 й. авг.— нояб., 1919 й. февр.), Г.К.Восканов (1918 й. нояб. — 1919 й. февр.), М.Д.Великанов (1919 й. февр. алып), Ф.Луговенко (марттан), В.И.Чапаев (апр. алып), И.С.Кутяков (1919 й. сент. — 1920 й. июне), А.К.Рязанцев (июль), Б.М.Таль (июлдән), А.Н.Бахтин (авг. алып), В.И.Павловский (1920 й. сент. — 1921 й. апр.). Уральскиҙа һәм Өфөлә 1919 й. див. штабы урынлашҡан биналарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Өфө янында алышта һәләк булған 25‑се уҡсылар див. разведчиктарының туғандар ҡәберлегенә һәйкәл ҡуйылған. Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. В.И.Чапаевтың йорт-музейында див. Волга буйы ғәскәрҙәре төркөмөнә ҡаршы һуғыштарының йыллыҡтары билдәләнә.

Әҙәб.: Фурманов Д.А. Чапаев. Уфа, 1964; Хлебников Н.М., Евлампиев П.С., Володихин Я.А. Легендарная Чапаевская. М., 1975.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019