Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӨЗӘЙЕРОВ Морат Баҡый улы

Просмотров: 1255

ҒӨЗӘЙЕРОВ Морат Баҡый улы (22.10.1950, Силәбе ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1982 й. башлап уҡыта, 1999 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2003 й. — ректор (2014 й. тиклем), бер үк ваҡытта электротехниканың теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре соц.‑иҡт. системаларға идара итеү, белем биреүҙең сифаты проблемаларына бәйле. Ғ. сифатты стандартлаштырыу һәм уның мониторингы нигеҙендә белем биреү системаһында идара итеү теорияһы ысулдарын уйлап сығара һәм индерә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. “Вестник УГАТУ” (“ӨДАТУ хәбәрҙәре”) ж. баш мөхәррире (2003 й. алып), БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 3—4‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Инноватика. 2‑е изд. М., 2008 (авторҙ.); Математическое моделирование процессов в антропогенно нарушенных почвенных биосистемах. М., 2010 (авторҙ.); Информационное и математическое обеспечение в системе поддержки принятия решений при управлении процессом разработки образовательных программ. М., 2011 (авторҙ.).

Р.Әәҙәмшин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2020
Связанные темы рубрикатора: