Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Әсғәт Ғәлимйән улы

Просмотров: 1425

ҒҮМӘРОВ Әсғәт Ғәлимйән улы (15.8.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Байыш а.), инженер-механик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д-ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1958)  ИПТЭР‑ҙа эшләй (1978 й. алып дир., 2001 й. — ген. дир.), бер үк ваҡытта 1991—2011 йй. БР ФА‑ның вице-президенты, 1993—96 йй. РФА Өфө ФҮ‑нең рәйес урынбаҫары, 1999—2018 йй. ӨДНТУ‑ла (2004 й. тиклем газ һәм нефть үткәргестәр, газ һәм нефть һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү каф. мөдире), 2011 й. башлап БР ФА Президиумы советнигы. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты системаларының ышаныслы һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү проблемаларына арналған. Яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарын файҙаланғанда шартлау энергияһын ҡулланыу б‑са  фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Ғ. етәкс. һәм ҡатнашлығында магистраль нефть үткәргес объекттарын тиҙ сафҡа индереү технологиялары уйлап  табыла һәм производствоға  индерелә; Вьетнам, Ираҡ, Сүриә һәм Кубала ятҡылыҡтарҙы үҙләштергәндә һәм файҙаланғанда реологик яҡтан ҡатмарлы нефттәрҙе йыйыу һәм  күсереү проблемалары хәл ителә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 145 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе (2009 й. алып). “Башҡортостан—Һиндостан” дуҫлыҡ йәмғиәте президенты (1992 й. алып), “СССР—Һиндостан”  (1985—91 йй.) һәм “Рәсәй—Һиндостан” (1992 й. алып) дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте вице-президенты һ.б. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы пр. (1983), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2004), И.М.Губкин ис. пр. (1976, 1981, 2002), “Газпром” ААЙ‑ның фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2010) лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1971), Халыҡтар дуҫлығы (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Реконструкция линейной части магистральных нефтепроводов. М., 2003 (авторҙ.); Защита трубопроводов от коррозии. В 2 т. Т.2. СПб., 2007 (авторҙ.). (Серия: Сооружение трубопроводов); Утилизация нефтяного попутного газа на промыслах. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Л.П.Худякова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021