Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы

Просмотров: 892

ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы (1.9. 1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Ташкент политехник ин‑тын тамамлаған (1970). 1974—79 йй. ӨНИ‑нең Салауат филиалында, 1982 й. алып Силәбе политехник ин‑тында уҡыта, 1988 й. — ИПТЭР‑ҙың бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торбалар файҙаланыуҙың ышаныслы һәм хәүефһеҙ булыу проблемаларын хәл итеүгә бәйле. Ғ. етәкс. иретеп йәбештергәндә үткәргес торба стенаһындағы т‑ра сиктәре, сингуляр нөктәле конструкцияларҙың иретеп йәбештерелгән элементтарының көсөргәнештә форма үҙгәртеү торошо тикшерелгән, изоляция япмаһы туҙған ер аҫты үткәргес торбаларында һаҡлаусы ток таралыуының матем., магистраль газ торбаларының стресс‑коррозияһының физик моделдәре төҙөлгән. Ғ. ҡатнашлығында ҡыуыу процесын туҡтатмайынса магистраль нефть үткәргестәрҙе һәм еңел углеводородтарҙың киң фракциялы продукттарын үткәргестәрҙе ремонтлау технологиялары эшләнә, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Расчёт механических напряжений и выбор безопасных технологических параметров при ремонте магистральных нефтепроводов. Уфа, 2000 (авторҙ.); Безопасность длительно эксплуатируемых магистральных нефтепроводов. М., 2003 (авторҙ.); Асмол и новые изоляционные материалы для подземных трубопроводов. М., 2005 (авторҙ.).

 

К.М.Ямалиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: