Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы

Просмотров: 759

ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы (25.8.1950, ТАССР‑ҙың Урыссу ҡсб — 22.2.2010, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Ҡаҙаҡ ССР‑ының Нефть сәнәғәте пр‑тиеларын матди-техник яҡтан тәьмин итеү б‑са баш идаралығында (Еҙҡаҙған ҡ.) эшләй. 1976 й. алып ИПТЭР‑ҙа: 1983 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1987 й. – бүлек мөдире, 1989 й. – дир. урынбаҫары, 2001 й. — ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспортын файҙаланыуҙың ышаныслылығын тәьмин итеү проблемаларына арналған. Ул магистраль нефть үткәргестәрҙең ныҡлығын һәм тотороҡло булыуын иҫәпләп сығарыуҙың методик нигеҙҙәрен, авария шарттарында хәүефте, экологияға килтергән зыянды иҫәпләү алымдарын уйлап таба. Ғ. етәкс. юғары ныҡлыҡтағы изоляция япмалары, нефть үткәргестәрҙе капиталь ремонтлау һәм һүтеү, һыу объекттары өҫтөнән нефтте йыйыу өсөн машиналар комплексы уйлап табыла; нефть үткәргестәрҙе нефть ҡыуыуҙы туҡтатмайынса диагностик мәғлүмәт нигеҙендә йүнәтеү ысулдары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004).

Х е ҙ м.: Аварийно-восстановительный ремонт магистральных нефтепроводов. М., 1998 (авторҙ.); Дефектность труб нефтепроводов и методы их ремонта. М., 1998 (авторҙ.); Капитальный ремонт подземных нефтепроводов. М., 1999 (авторҙ.).

Х.Ә.Әзмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: