Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУСЕВ Юрий Матвеевич

Просмотров: 1015

ГУСЕВ Юрий Матвеевич (17.4.1937, Өфө — 28.12.2014, шунда уҡ), инженер-электрик. Техник ф. д-ры (1980), проф. (1981). РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1982) атҡ. фән эшмәкәре. Ленинград политехник ин-тын тамамлағандан һуң (1960) 1962 й. тиклем “Башкирэнерго” район энергетика идаралығында, бер үк ваҡытта (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1968—2005 йй. сәнәғәт электроникаһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1971—74 йй. электромеханика ф-ты деканы; 1984 й. алып “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ-технология бюроһы ФДУП‑ында дир.—баш конструктор, 2008—13 йй. — фән һәм үҫеш стратегияһы б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре осоу аппараттары һәм энергетика комплекстары м-н автоматик рәүештә идара итеү системаларын уйлап табыуға арналған. Г. етәкс. иҫәпләп сығарыу һәм идара итеү системаларының архитектураһы эшләнгән, ҡатмарлы техник объекттарҙы экологик мониторингылау һәм улар м-н идара итеү мәсьәләләренең сығарылыштары алгоритм һәм программалар м-н тәьмин ителгән. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең пр-тиеларына индерелгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы.

     Хеҙм.: Электронные промышленные устройства. М., 1988 (авторҙ.); Разработка и проектирование тиристорных источников питания. М., 1994 (авторҙ.); Электроника и микропроцессорная техника. 6‑е изд., стереотипное. М., 2013 (авторҙ.).

А.А.Шуляк

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные темы рубрикатора: