Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕТКИН Павел Иванович

Просмотров: 994

ДЕТКИН Павел Иванович [30.12.1886, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ореховая Гора а. (Пермь крайы Чернушка р-ны) — 1943 й. авг., Сталинск ҡ.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү сауҙа акад. тамамлаған (1929). 1908—13 йй. урыҫ хәрби‑диңгеҙ флотында, 2‑се статья унтер‑офицеры; 1918—22 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1918 й. июнендә РКП(б)‑ның Бөрө өйәҙе ком‑ты заданиеһы б‑са большевиктарға ҡаршы крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырыу өсөн отрядтар ойоштора һәм етәкселек итә. 1918 й. сент. — 1919 й. февр. 1‑се Бөрө совет уҡсылар бригадаһы (ҡара: Уҫы уҡсылар бригадаһы) ком. һәм комиссары, бер үк ваҡытта 5‑се Урал уҡсылар див. штабының нач. урынбаҫары; 1919 й. майынан Көнсығыш фронттың пехота инспекцияһы комиссары, сент. — фронт штабы эргәһендәге 1‑се запас полкы командиры. 1920 й. февр. алып АСБР‑ҙың Эске һаҡ ғәскәрҙәре резервы нач., командующийы ярҙамсыһы, окт.— дек. Өфө губернаһы ғәскәрҙәре командующийы һәм Өфө гарнизоны начальнигы. 1922 й. башлап — Мәскәүҙә, 1941 й. алып Сталинскиҙа эшләй. Тыуған ауылында урамға Д. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Хеҙм.: Очерк партизанского движения в Чернушинском и прилегающих к нему районах Предуралья, Уральской области. 1917—1922 гг. Чернушка, 1932; Партизанская бригада //Под Красным Знаменем: сб. воспоминаний. Молотов, 1957.

Әҙәб.: Чикуров Н.В. Комбриг П.Деткин. Пермь, 1971.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019