ДИТЕРИХС Михаил Константинович
ДИТЕРИХС Михаил Константинович (5.4.1874, С.‑Петербург — 9.10.1937, Шанхай ҡ., Ҡытай), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1918). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1900). 1894—1918 йй. һәм 1919 й. алып рус армияһында. 1918 й. Чехословак айырым корпусында хеҙмәт итә. 1919 й. Николай II һәм уның туғандарын үлтереү эшен тикшереүгә етәкселек итә. 1919 й. июненән Көнбайыш армияһы, бер үк ваҡытта Себер армияһы һәм Кама йылға хәрби флотилияһының баш командующийы. Июлдән Көнсығыш фронттың баш командующийы, бер үк ваҡытта июль—авг. Рәсәй Дәүләтенең хәрби министры вазифаһын башҡарыусы һәм авг. башлап Юғары баш командующий Ставкаһының штаб начальнигы. А.В.Колчак м‑н конфликттан һуң отставкаға сыға. 1920 й. майынан Рәсәйҙең Көнсығыш сиге Ҡораллы көстәре баш командующийы Г.М.Семёнов эргәһендәге Хәрби кәңәшмә рәйесе була. 1920 й. 15 июнендә Чита ҡ. башҡ. вәкилдәренең Хәрби кәңәшмәһе ҡарары м‑н Башҡ. ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелә. 1922 й. июнендә Амур буйы Ваҡытлы хөкүмәте ғәскәрҙәренә һәм флотына етәкселек итә. Авг. Приморьела Земство соборы тарафынан “земство ғәскәренең берҙән‑бер хакимы һәм воеводаһы” итеп һайлана. Окт. алып Ҡытайҙа рус эмиграцияһы лидерҙарының береһе. 1930 й. июненән Рус Дөйөм хәрби Союзының Алыҫ Көнсығыш бүлеге рәйесе. 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1916), 3‑сө дәрәжә (1915), 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1905) Изге Владимир, 1‑се дәрәжә (1916), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1907) һәм 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1904) Изге Анна, 1‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1905) һәм 3‑сө дәрәжә (1902) Изге Станислав орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҫәрҙ.: Несколько страниц из боевой деятельности 52 драгунского Нежинского полка (ныне 18 гусарский) в кампанию 1904—1905 гг. Елец, 1908; Убийство Царской Семьи и членов Дома Романовых на Урале: в 2 ч. М., 1991.
И.Ф.Плотников
Тәрж. Д.К.Үзбәков