Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОСТОВАЛОВ Александр Васильевич

Просмотров: 1458

ДОСТАВАЛОВ Александр Васильевич (17.7.1963, Өфө — 1.3.2000, Чечен Респ. Улус-Керт а. янында, Псков ҡ. ерләнгән), десантсы, гвардия майоры (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1992 й. Приднестровьела тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында, 1996 й. һәм 2000 й. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рязань юғары һауа-десант команда уч‑щеһын тамамлаған (1987). 1981 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә 76‑сы гвардия һауа-десант див. 104‑се гвардия парашютсы-десант полкының 2‑се гвардия парашютсы-десант батальоны ком. урынбаҫары гвардия майоры Д. 2000 й. 29 февр. — 1 мартында Арғын тарлауығындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. “Батырлыҡ" орд. м‑н бүләкләнгән (1996). Д. исеме Псковтағы урамға, Ишембай ҡ. Башҡорт кадет корпусына бирелгән (2014).

 Әҙәб.: Шаг в бессмертие. Псков, 2001.

Е.А.Смирнов

Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023