Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР

Просмотров: 988

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР, яғыулыҡты яндырған һәм йылылыҡ энергияһының бер өлөшөн механик энергияға үҙгәрткән йылылыҡ двигателе. Ҡулланылған яғыулыҡ төрө б‑са шыйыҡлыҡ һәм газ; эш циклы б‑са — өҙлөкһөҙ эшләгән, ике һәм дүрт тактлы һ.б.; энергия үҙгәртеү принцибы б‑са — тура реакциялы (реактив), роторлы (газ турбиналы двигатель һ.б.), поршенлы (тоҡаныулы: ҡыҫыуҙан — дизель; осҡондан — карбюраторлы) һәм ҡатнаш (роторлы‑поршенлы, турбовинтлы, турбопоршенлы һ.б.) Э.я.д. айырыла. Тура реакциялы двигателдәрҙә йылылыҡ эш башҡарған есемдең баҫым көсө һалынған өҫкө йөҙҙөң ынтылышлы хәрәкәте һөҙөмтәһендә, роторлы двигателдәрҙә — әйләнмә хәрәкәт, поршенлы двигателдәрҙә ҡайтмалы‑ынтылышлы хәрәкәт һөҙөмтәһендә механик эшкә үҙгәрә. Э.я.д. сәнәғәттә, транспортта һ.б. ҡулланыла. 1934 й. Өфө моторҙар эшләү з‑дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) У‑5 комбайн моторы сығарылғандан һуң Э.я.д. етештереү башлана. 1941 й. з‑дта ВК‑105, 1943 й. — ВК‑107 авиация двигателдәрен етештереү үҙләштерелә. 1966 й. “Москвич” автомобиле өсөн М‑412 Э.я.д. сығарыла.

90‑сы йй. “Иж‑2126” автомобиле, “Амур” катеры, “Рысь” ҡаргиҙәре, мини‑тракторҙар һ.б. өсөн двигателдәрҙең төрлө модификациялары уйлап табыла һәм уларҙы етештереү үҙ­ләштерелә. Э.я.д. уйлап табыу б‑са эштәр Авиация техник университетында (1958 й. алып), “Мотор” ҒПП‑нда (1961), Аграр университетта (1980 й. башлап) алып барыла. 1973 й. алып һауаны ҡыҫыуҙан тоҡандырылған ирекле поршенлы Э.я.д. (ӨДАТУ‑ла уйлап табылған) моторлы тиҙ йөрөткөстәрҙә һәм ҡаҡҡыс инструменттарҙа ҡулланыла.

Б.П.Рудой

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: