Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕВЛИКАМОВ Владимир Владимирович

Просмотров: 1089

ДЕВЛИКАМОВ Владимир Владимирович [28.7.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) – 8.3.1987, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1983), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) ӨНИ‑лә эшләй: 1955—87 йй. нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1957 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1959—64 йй. уҡыу эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә ҡатлам шыйыҡлыҡтары торошон өйрәнеүгә бәйле. Д. етәкс. нефттәрҙең структур‑механик һәм реологик үҙенсәлектәрен тикшереү ҡулайламаһы уйлап табыла, уның ярҙамында нефттең ҡатлам шарттарында аномаль үҙенсәлектәрен асыҡлау законлыҡтары асыла. 230‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Технология механизированной добычи нефти. М., 1976 (авторҙ.); Аномально-вязкие нефти. М., 1977 (авторҙ.); Химические методы в процессах добычи нефти. М., 1987 (авторҙ.).

М.А.Токарев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: