Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕМЕНКОВ Вячеслав Николаевич

Просмотров: 1014

ДЕМЕНКОВ Вячеслав Николаевич (25.4.1957, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1985 й. алып өлкән, 1993 й. – төп ғилми хеҙм‑р. 2009—17 йй. БР‑ҙың Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында (Өфө). Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәттең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте тармаҡтарында энергия һаҡлаусы технологиялар булдырыуға арналған. Д. ҡатнашлығында атмосфера колонналарына йылытылмаған сеймал өлөштәрен ебәреү, һыу ярҙамында таҙартылған дизель яғыулығын тотороҡландырыу, юғары октанлы экологик таҙа бензин алыу схемалары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Д. тарафынан бензинды айырым колонналарҙа (пар һәм шыйыҡлыҡ ағымдары м‑н бәйләнгән) бер нисә сикләнгән фракцияға бүлеү, һыу парын файҙаланмайынса вакуумлы камерала битум алыу ҡулайламалары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть эшкәртеү пр‑тиеларында индерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы.

М.Н.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: