Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕНИСОВ Олег Львович

Просмотров: 949

ДЕНИСОВ Олег Львович (19.1.1952, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) “НИИпромстрой”ҙа (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1982 й. башлап БАХИ‑ла эшләй (1986—87 йй. гидромелиорация эштәре технологияһы һәм уларҙы ойоштороу каф. мөдире). 1989 й. алып ӨДНТУ‑ла (1997—2007 йй. ойоштороу һәм төҙөлөш иҡтисады каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре нигеҙҙе һәм фундаментты проектлауға һәм иҫәпләүгә арналған. Д. анкерлы нигеҙҙәрҙең конструкциялары һәм уларҙы һалыу технологияларын, еңеләйтелгән туҡыма материалдарҙан һыу һаҡлағыс гидротехник ҡоролмаларҙы (бәләкәй йылғалар өсөн мембраналы һәм тултырыла торған йомшаҡ плотиналар, ГЭС-тар өсөн һыу ала торған һәм балыҡ һаҡлаусы йөҙмә ҡоролмалар) һ.б. уйлап таба. 260‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Математическое моделирование процесса термического закрепления грунтовых массивов СВЧ-полем //Основания, фундаменты и механика грунтов. 1998, №1 (авторҙ.); Экспериментальные исследования горизонтально нагруженных фундаментов из полых круглых свай // Шунда уҡ. 2010. №2.

В.И.Агапчев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: