ЖДАНОВ Андрей Александрович
ЖДАНОВ Андрей Александрович (14.2.1896, Екатеринослав губ. Мариуполь ҡ. — 31.8.1948, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1915 й. алып РСДРП ағзаһы. Ген.‑полк. (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып ВКП(б) ҮК, бер үк ваҡытта 1944 й. тиклем ВКП(б)‑ның Ленинград өлкә һәм ҡала ком‑ттары секретары, 1939 й. алып ВКП(б) ҮК Политбюроһы ағзаһы. 1937 й. 4—6 окт. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 3‑сө пленумына етәкселек итә, уның һөҙөмтәләре б‑са 274 кеше (ком‑т составының яртыһы тиерлек һәм БашҮБК ағзаларының өстән бер өлөшө) “халыҡ дошманы” тип иғлан ителә һәм репрессиялана. СССР ЮС‑ының 1—2‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1935, 1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1939, 1940), 1‑се дәрәжә Суворов (1944), 1‑се дәрәжә Кутузов (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.
Д.Ғ.Күскилдин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина