ЖЕРАВИНА Әнисә Нурылғаян ҡыҙы
ЖЕРАВИНА Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (22.5.1932, БАССР‑ҙың Саҡмағош р-ны Тайнаш а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1989), проф. (1990). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1955) 1961 й. тиклем Томск өлк. Молчаново р‑нында эшләй. 1965 й. алып Томск ун‑тында уҡыта (2002 й. Ватан тарихы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Себерҙә 18—19 бб. крәҫтиәндәр һәм 19 б. — 20 б. башында эшҡыуарлыҡ тарихына арналған. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1991 й. башлап Томск өлк. Башҡ. мәҙәниәт үҙәге президиумы ағзаһы, 2002 й. алып “Дуҫлыҡ” башҡ. мәҙәниәте үҙәге (икеһе лә — Томск ҡ.) президиумы рәйесе.
Хеҙм.: Очерки по истории приписных крестьян кабинетского хозяйства в Сибири (вторая половина ХVIII — первая половина ХIХ вв.). Томск, 1985; Общественное значение внеслужебной деятельности томичей (по материалам дореволюционной печати второй половины XIX — начала XX в.) //150 лет периодической печати в Сибири. Томск, 2007.
Р.Ә.Бикбаев
Тәрж. Д.К.Үзбәков