Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИХТИЛАЛ (1747)

Просмотров: 1161

ИХТИЛАЛ (1747), типтәр-бобыль И., һалымдарҙың артыуы арҡаһында Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһы халҡының хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Типтәрҙәргә һәм бобылдәргә яһаҡ (һәр йорттан 82 тин) урынына — һалым (һәр ир‑ат башына 80 тин), мишәрҙәргә яһаҡ (һәр йорттан 25 тин) һалыуҙы индергән 1747 й. 22 майындағы Сенат указы И. сәбәпсе була. Күтәрелешкә Абдул Люселеев, Мортаза Нурмешов, Нурка Борисов, Сабан Ураев һәм Сенька Семёнов етәкселек итә. Типтәрҙәр, бобылдәр һәм мишәрҙәр ҡатнаша. Июлдә Уҫы даруғаһы Алтыбай, Ҡаҙы, Таҙлар, Тәгәй, Һикәяҙ аа., Себер даруғаһы Байгилде, Бәҙәй, Мәләкәс, Нимесләр, Үкәрле, Шиҙе аа. типтәрҙәре һәм бобылдәре урындағы хакимиәт вәкилдәрен туҙҙырғандан һуң Өфө воеводаһы вазифаһын башҡарыусы полк. Люткинға һалым түләргә риза булмауҙары т‑да ғариза һәм С.‑Петербургҡа ялыу м‑н барыр өсөн үҙ вәкилдәренә паспорт биреү үтенесе м‑н мөрәжәғәт итә. Авг. ризаһыҙлыҡ Уҫы даруғаһы мишәрҙәрен солғап ала. Сыуалыштарҙың көсәйеүенән ҡурҡып, Ырымбур губернаторы И.И.Неплюев И. барған ергә ген.‑майор Г.Штокман (1750 кеше) һәм секунд‑майор С.Ф.Кублицкий (550 кеше) етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәрен ебәрә. Ғәскәрҙәр яҡынлашҡас, типтәр һәм бобылдәрҙең күбеһе яңы һалымды түләргә риза була. Уҫы даруғаһы типтәрҙәре һәм бобылдәренең ҡайһы берҙәре (400‑гә яҡын кеше) властарға буйһоноуҙан баш тарта һәм Тере Танып й. буйында тар‑мар ителә (70‑кә яҡын кеше һәләк була, 100 кеше әсирлеккә алына), ҡалғандары ҡаса. И. етәкселәре ҡамсы м‑н һуҡтырыла һәм Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға ебәрелә, ҡулға алынғандарҙың ҡайһылары төбәктән ҡыуыла йәки ҡамсы м‑н һуҡтырыла һәм старшиналарға порукаға бирелә.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: