Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИКЕНСЕ АРМИЯ

Просмотров: 985

ИКЕНСЕ АРМИЯ, 1) РККА‑ла. 1918 й. июнендә Көнсығыш фронт командующийы М.А.Муравьёв директиваһы б‑са Өфө губ. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары, интернациональ һәм эшселәр отрядтары нигеҙендә ойошторола. Армия составына Уң һәм Һул ғәскәрҙәр төркөмө (1918 й. июль—сент.), 1‑се һәм 2‑се йыйылма (1918 й. көҙө), 5‑се (1919 й. март—июле), 7‑се (1919 й. март—июне), 21‑се (1919 й. мартына тиклем 5‑се Урал; 1918 й. дек. — 1919 й. июле) һәм 28‑се (1918 й. сент. — 1919 й. июле) уҡсылар һәм Айырым Вятка (1918 й. окт.—дек.) дивизиялары, махсус тәғәйенләнешле отрядтар ингән. РККА‑ның Көнсығыш фронты составында була. Граждандар һуғышы барышында Өфө тирәһендә һуғыша, уны ҡалдырғандан һуң (1918 й. июле) Ағиҙел й. буйлап Кама буйына сигенә. Авг. Бөгөлмә өйәҙендә һәм Минзәлә өйәҙендә һуғыша. 1918 й. көҙөндә — 1919 й. ҡышында Ҡазан һәм 1918 йылғы ИжевскВоткинск операцияларында, 1918—19 йылғы Пермь оборона операцияларында һәм Көңгөр м‑н Уҫы ҡҡ. янындағы алыштарҙа (1918 й. дек. — 1919 й. февр.) ҡатнаша. 1919 й. Рус армияһының яҙғы һөжүме ваҡытында Вятка й. ҡыҫырыҡлана. 1919 йылғы Сарапул-Воткинск, Пермь һөжүм итеү һәм Екатеринбург операциялары барышында Алабуға (май), Ижевск һәм Уҫы (июнь), Красноуфимск, Көңгөр һәм Екатеринбург (июль) ҡҡ. ала. Июлдә, Көнсығыш фронт командующийы П.П.Лебедев директиваһына ярашлы, армия таратыла; 5‑се уҡсылар див. — Көнбайыш фронтҡа, 21‑се уҡсылар див. Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһына бирелә, 28‑се уҡсылар див. Айырым ғәскәрҙәр төркөмө итеп үҙгәртелә һәм Көньяҡ фронтҡа ебәрелә. И.а. командующийҙары: К.А.Мячин (1918 й. июне), Ф.Е.Махин (июнь—июль), А.И.Харченко (июль), К.Н.Блохин (июль—сент.), И.Ф.Максимов (сент.), В.И.Шорин (1918 й. сент. — 1919 й. июле).

2) Рус армияһында. 1919 й. июлендә Юғары баш командующий А.В.Колчак бойороғо б‑са айырым Себер армияһының 4‑се Себер армияһы һәм Йыйылма казак корпустары нигеҙендә ойошторола. Армия составына Төньяҡ һәм Себер казак (нояб. тиклем Атлы) ғәскәрҙәр төркөмө ингән. Рус армияһының Көнсығыш фронты составында була. Көнбайыш Себерҙә РККА‑ның Көнсығыш фронты Бишенсе армияһына һәм партизандар отрядтарына ҡаршы һуғыша, Ҡурған (авг.), Петропавловск (окт.), Ишем һәм Омск (нояб.) ҡҡ. обороналай, 1919—20 йылғы Бөйөк Себер боҙло походында ҡатнаша. 1919 й. аҙ. армия штабы (командующийҙан башҡа) Томск ҡ. капитуляция яһай. Армияның ҡорал һалмаған частары көнсығышҡа табан китә һәм 1920 й. мартында Чита ҡ. Алыҫ Көнсығыш армияһы составына инә. И.а. командующийы — ген.‑лейт. Н.А.Лохвицкий.

Әҙәб.: Директивы командования фронтов Красной Армии. (1917—1922): сб. док. М., 1971; Константинов С.И. Вооружённые формирования противобольшевистских правительств Поволжья, Урала и Сибири в годы гражданской войны. Екатеринбург, 1997; Дублённых В.В. Вооружённые формирования Урала периода гражданской войны. Исторические справки. Екатеринбург, 2002.

В.В.Дублённых, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019