Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 931

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1480 кеше; 1920 — 1574; 1939 — 1431; 1959 — 943; 1989 — 764; 2002 — 709; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (2‑се Ҡандра урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Йылан улусы Ҡаса а. башҡорттары нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. бында ш. уҡ шарттарҙа Себер даруғаһының Әйле улусы башҡорттары күсеп ултыра. 1795 й. 31 йортта 245 кеше йәшәгән, 1865 й. 143 йортта — 894 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә.С.Дауытов, Н.Я.Ҡотдосов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019