Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМИНОКИСЛОТАЛАР

Просмотров: 1107

АМИНОКИСЛОТАЛАР, составында аминотөркөмдәр (1 һәм унан күберәк) булған органик кислоталар. А. углерод сылбырында аминотөркөмдөң урынлашыуы (α‑A., β‑A. һ.б.) һәм молекуланың тәбиғи оптик активлығы булыуы (һулға һәм уңға әйләндереүсе изомерҙар) б‑са айырыла. Тәбиғәттә һулға әйләндереүсе α‑A. киң таралған. Улар аҡһымдар, пептидтар һ.б. физиологик актив берләшмәләр составына инә; матдәләр алмашыныуының мөһим аралыҡ продукттары булып тора. Яҡынса 20 мөһим А. — тәбиғи аҡһым макромолекулаларының мономер звенолары (уларҙа А. урынлашыу тәртибе генетик код м‑н билдәләнә). Үҫемлектәр һәм күп микроорганизмдар йәшәйеш өсөн кәрәк булған бөтә А. синтезлай. Кеше һәм хайуандар организмында ҡайһы бер А. (валин, изолейцин, лейцин, лизин, метионин, треонин, триптофан, фенилаланин) синтезланмай йәки аҙ миҡдарҙа барлыҡҡа килә; улар алыштырғыһыҙ А. ҡарай, башлыса аҡһымлы аҙыҡ м‑н алына. Организмда синтезланыусы А. (аланин, аспарагин, аспарагин һәм глутамин кислоталары һ.б.) алыштырырлыҡ А. ҡарай. Аҡһым тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән А. ашҡаҙан‑эсәк юлынан һеңдерелә һәм ҡан тамырҙары буйлап бөтә ағзаларға һәм туҡымаларға тарала, унда улар төрлө биохимик үҙгәрештәргә дусар була. Организмда А. етешмәүе анемия, бауыр циррозы һ.б. ауырыуҙарға килтерә. Организмда аҡһым балансының боҙолоуына бәйле ауырыуҙар ваҡытында ҡандағы А. миҡдары үҙгәрә. А. аҙыҡ һәм мал аҙығы өҫтәмәләре сифатында ҡулланыла, дарыу препараттары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, полиамидтар етештереү өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда А. һәм аҡһымдар б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. уртаһынан алып барыла. Биология институтында төрлө тупраҡ‑климат шарттарында үҫтерелгән яҙғы бойҙай бөртөгөндә алыштырғыһыҙ А. миҡдары динамикаһы өйрәнелә (В.К.Ғирфанов, А.Н.Шкурихина), тупраҡта ирекле А. миҡдары һәм тупраҡ микрофлораһы һаны араһында бәйләнеш асыҡлана (М.Н.Буранғолова, Ф.Х.Хәзиев), ашламаларҙы локаль ҡулланыуҙың тупраҡтың ферментатив активлығына тәьҫире һәм уларҙа А. миҡдары өйрәнелә (Н.С.Сахнов, В.К.Трапезников).

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019