Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНАЭРОБТАР

Просмотров: 1478

АНАЭРОБТАР (гр. аn- — кире приставка һәм аэробтар), молекуляр кислород бөтөнләй йәки өлөшләтә булмаған мөхиттә йәшәүгә һәм үҫеүгә һәләтле организмдар. Йәшәү өсөн энергияны А. органик, һирәгерәк органик булмаған матдәләрҙе, ирекле кислород ҡатнашлығынан тыш йәки яҡтылыҡ энергияһын файҙаланып (пурпур бактериялар), әсетеп ала. Бөтөнләй кислород булмағанда ғына үҫешә торған (нигеҙҙә, бактериялар) облигат (мотлаҡ) һәм кислород булған мөхиттә лә йәшәргә һәләтле (бактериялар, сүпрә бәшмәге, иң ябайҙар, ҡорттар һ.б.) факультатив (мотлаҡ булмаған) А. айырыла. Облигат А. Clostridium төрөнә ингән ҡайһы бер бактериялары атмосфера азотын фиксациялай, кеше һәм хайуандар ауырыуын (ботулизм, газлы гангрена, һын ҡатыу ауырыуы һ.б.) тыуҙыра ала. А. микроорганизмдар микробиология сәнәғәтендә органик кислоталар, спирттар алыу өсөн, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу өсөн ҡулланыла. БР‑ҙа А. нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү ҡорамалдарының биокоррозияһы сәбәпсеһе булараҡ тикшерелә (И.Б.Рәжәпова, Р.Х.Хәзипов); тупраҡ нефть м‑н бысранғанда, органик матдәләрҙең гумификацияһы ваҡытында анаэроб микроорганизмдарҙың һан һәм төр составы үҙгәреүе өйрәнелә (Р.К.Андресон, Н.Ә.Кирәева, Ф.Х.Хәзиев).

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019