Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖУКОВ, Өфө р-нындағы ауыл

Просмотров: 786

ЖУКОВ, Өфө р-нындағы ауыл, Жуков а/с үҙәге; т. юл станцияһы (Авдон). Өфөнән К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 586 кеше; 1920 — 730; 1939 — 1014; 1959 — 1577; 1989 — 1298; 2002 — 1374; 2010 — 1685 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Башҡортостан” ҡошcолоҡ ф‑каһында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (урыҫ йыры халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1736 й. Өфө провинцияһында Өфө алпауыты А.А.Антроповтан һатып алынған ерҙәрҙә полицмейстер М.Г.Жуков нигеҙ һала. 1865 й. Ж. (Знаменский) 43 йортта 351 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1886 й. Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын һалғанда Ж. янында Авдон разъезы төҙөлә. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. башында Яңы Жуков а. (1920 й. 430 кеше иҫәпкә алынған) барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Жуков булараҡ теркәлә, 50‑се йй. ҡарай улар хәҙ. исемде йөрөткән бер ауылға берләшә.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: