Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Ғайса Хәмиҙулла улы

Просмотров: 1226

ЙӘНЕКӘЕВ Ғайса Хәмиҙулла улы (2.7.1864, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 1931 й. марты, Өфө), Ҡазан губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты, Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Ырымбур башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1877) шунда уҡ уҡыта. 1890 й. алып Ырымбур урыҫ-татар башланғыс уч‑щеһы мөдире, 1895 й. — Дәүләт банкының Ырымбур бүлексәһе хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе мөғәллиме. 1903 й. башлап Сембер губ. буҫтау ф‑каһы дир., 1905 й. — сауҙагәр Ә.Ғ.Хөсәйенов аҡсаһына төҙөлгән уҡытыу‑тәрбиә һәм хәйриә учреждениелары (Ҡазан) башлығы. 3‑сө Думала халыҡ мәғарифы б‑са комиссия ағзаһы; Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 4‑се Думала секретарь урынбаҫары; халыҡ мәғарифы, дин мәсьәләләре б‑са комиссия ағзаһы; мосолман фракцияһына ингән. 1918 й. алып Вятка губернаһы ХКС‑ының халыҡ мәғарифы бүлеге хеҙм‑ре, 1923 й. — Өфөлә “Башсельхозкредит” банкы инспекторы. Мәҙрәсә һәм мәктәптәрҙең уҡытыу программаһына донъяуи фәндәрҙе индереү, яңыса уҡытыуға күсеү өсөн сығыш яһаған. 1883—93 йй. башҡ. һәм татар муз. фольклоры әҫәрҙәрен йыйыу м‑н шөғөлләнә, 500‑гә яҡын йыр яҙып ала. “Башҡорт һәм татар йырҙары” [“Башкирские и татарские песни”; “1‑се йыйынтыҡ” (“Сборник №1”) исеме м‑н билдәле, ӨДСА‑ла һаҡлана; йыйынтыҡтың бер варианты Ғилми архивта һаҡлана; унда 144 йыр тупланған, ноталарын А.И.Оводов һәм К.Й.Рәхимов яҙған] ҡулъяҙма йыйынтығын төҙөүсе. Рус география йәмғиәтенең (1883), Ырымбур ғилми архив комиссияһының (1887) тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992; Ямаева Л.А. Мусульманский либерализм начала XX в. как общественно-политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

Х.С.Ихтисамов, Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: