Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖЕХАНОВ Андрей Ильич

Просмотров: 868

ЖЕХАНОВ Андрей Ильич (1884, Түб. Новгород ҡ. — 5.5.1924), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1906—08 йй. һәм 1914—17 йй. рус армияһында; 1918—19 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1908—14 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн Орёл губ. һөргөндә була. 1917 й. Петроградта РСДРП(б)‑ның полк ком‑ты рәйесе. 1918—19 йй. Көнсығыш фронтта хеҙмәт итә. 1920 й. — 1922 й. башында Түб. Новгородта партия эшендә. 1922 й. апр.—сент. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1922 й. нояб. алып РКП(б) Царицын губерна ком‑тының бүлек мөдире, 1923 й. — секретары.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019