Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАВИЛОВТАР

Просмотров: 1430

ВАВИЛОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Вавила Фролов, Ҡасим татарҙарынан. Свияжск ҡ. хеҙмәт итә. Нуғайҙарға әсирлеккә эләгә, азат ителгәндән һуң, 17 б. башында Әстерхан ҡ., артабан Өфөгә килә, бында суҡына. Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне була, 1616 й. стрелецтар рәтенә яҙыла. 1622 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) б‑са поместье һәм аҡсалата эш хаҡына хәрби хеҙмәткә алына. 1624 й. алып Ағиҙел й. буйындағы ерҙәргә хужа була; Вавилов а. нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Уның улдары: Осип В., башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1646 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са 100 сирек ер күләмендә эш хаҡы м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1648 й. ҡустыһы Гаврила м‑н берлектә Ағиҙел й. аръяғында атаһынан айырым поместье хужаһы була. Өфөнөң хеҙмәтле кешеләре араһынан тәүгеләрҙән булып 1654 й. Ҡазан даруғаһы Мең улусы башҡорттары м‑н керҙәшлек т‑да яҙма килешеү төҙөй, оброк (йылына 3 һыуһар һәм бер солоҡ өсөн 40 алтын) түләү иҫәбенә Ағиҙел й. буйындағы биләмәләрҙән файҙалана. 1662—80 йй. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләрҙә окладсы (яңы дворяндарға ер һәм аҡсалата эш хаҡы билдәләр өсөн һайлап ҡуйылған кеше); Гаврила В. (? — 1694 й. алда), 1662—64 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1656 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са 100 сирек ер күләмендә эш хаҡы м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Бөрөнө төҙөүҙә ҡатнаша. Осип В. улдары: Матвей Осипович В., башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1670 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына; 1686 й. уның эш хаҡы 200 сирек ер тәшкил итә. Өфө стрелецтары сотнигы; Пётр Осипович В., 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1683 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са 200 сирек ер күләмендә эш хаҡы м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Гаврила В. улдары: Фадей Гаврилович В. (яҡынса 1654 — ?), 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1681 й. 200 сирек ер күләмендә эш хаҡы м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1694 й. мираҫҡа атаһының һәм олатаһы Осип В. поместьеһын ала. Яйыҡ казактарының башҡорттар м‑н ярашыу т‑да һөйләшеүҙәрендә ҡатнаша. Ағиҙел й. буйындағы 250 сирек ергә хужа була; Фёдор Гаврилович В. (яҡынса 1658 й.—?), Ағиҙел й. буйында ерҙәргә һәм ауылға хужа була; Пётр Гаврилович В., 1687 й. 250 сирек ер күләмендә эш хаҡы м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Фадей Гаврилович В. улы — Иван Фадеевич В., 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнаша. Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә; 1738 й. алып отставкала. Шулай уҡ Михайла Фёдорович В. билдәле, титулярный советник. Ырымбур губерна идараһында хеҙмәт итә; Гаврила Аникиевич В. (1746 — 1775 й. һуң), Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә, прапорщик. Үрге Яйыҡ ҡәлғәһендә (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе), 1773—74 йй. Ҡарағай ҡәлғәһендә хеҙмәт итә.

В. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑са нәҫел вәкилдәре Өфө өйәҙендә 1 мең дисәтинәнән ашыу ергә хужа була. 20 б. башына нәҫелдең 200‑гә яҡын вәкиле билдәле була, улар Ырымбур һәм Өфө губерналарында хәрби һәм гражданлыҡ хеҙмәттәре үтәгән. В. исеме топонимикала һаҡланып ҡалған (Вавилов кисеүе, Вавилов тауы).

Әҙәб.: Новиков В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019