Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕРХОТОР ЗАВОДЫ

Просмотров: 885

ВЕРХОТОР ЗАВОДЫ, 18 б. 50‑се йй. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамъян һәм Юрматы улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тор й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й. алып Дурасовтар, 1804 й. — Пашковтар. Верхотор, 1900 й. башлап Воскресенка тау округына ингән. 1759 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1757 й.) эшләй башлай. 3 баҡыр иретеү мейесе, 3 гармахер һәм 3 шплейзофен горны, 3 йәйеү сүкеше; 19 б. башында 6 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер һәм 2 шплейзофен горны була. В.з. 140 рудник ҡарай. 18 б. аҙ. завод 29 мең дисәтинә ер биләй. 1772 й. заводта — 1548 тау сәнәғәте крәҫтиәне; 18 б. аҙ. — 78 мастеровой һәм эшсе кеше, 541 крепостной крәҫтиән; 20 б. башында 146 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 1,6 млн бот саф баҡыр иретелә; макс. етештереүсәнлек 16,9 бот тәшкил итә (1889); 1812— 13 йй. баҡыр етештерелмәй. 1773 й. аҙ. — 1774 й. апр. завод баш күтәреүселәр ҡулында була [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75)]: ҡорал һәм һуғыш кәрәк-ярағы етештерелә. 1774 й. май аҙағында завод емерелә, 1777 й. тергеҙелә. Завод эргәһендә сиркәү, училище, 2 һыу тирмәне була. 1913 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Ишембай р‑нының Верхотор а. урынлашҡан. Завод идаралығы (1759) һәм склад (1867) биналары, завод күпере (1855) — архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: Ч е р н о у х о в А.В. История медеплавильной промышленности России XVIII— XIX вв. Свердловск, 1988.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019