Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕТОШНИКОВТАР

Просмотров: 1178

ВЕТОШНИКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Фёдор Петрович һәм Осип Петрович В., яҙылыу б‑са хеҙмәтле кешеләр. 1590 й. Өфө тупсылары. 1592 й. Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдығы Соҡалаҡ й. буйында ер биләгәндәр. Билдәлеләре: Пётр Григорьевич В. (? — 1687 й. һуң), 1654 й. — яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә индерелгән хеҙмәтле кешеләр), 1672 й. нәҫел б‑са хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1659 й. алып подьячий булып хеҙмәт итә; Фёдор Григорьевич В., 1667 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлегенән казактарға күсерелә. Бөрө ҡәлғәһен төҙөүҙә, 1668 й. ҡалмыҡ батшаһы улы Сүсәләйгә ҡаршы походта ҡатнаша; Иван Григорьевич В., Өфө подьячийы. Пётр Григорьевич В. улдары: Василий Петрович В., 1669 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1696 й. Каменный шишмәһе янында (Ағиҙел й. басс.) 60 сирек ер биләгән; Григорий Петрович В., 1687 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1696 й. Каменный шишмәһе янында 60 сирек ер биләгән; Дмитрий Петрович В., яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 18 б. башында бесән, ағас материалдар әҙерләп тапшырыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә 3 кибете була. Иван Григорьевич В. улы Филипп Иванович В., 1672 й. посад кешеләре исемлегенә (бүрек һәм өҫ кейеме тегеү һөнәрҙәре б‑са) индерелә. Василий Петрович В. улы Никита Васильевич В., яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1718 й. Ағиҙел й. буйында ауылы һәм ерҙәре була. Дмитрий Петрович В. улы Григорий Дмитриевич В. (?—1716), сит ил хеҙмәтле кешеләре исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Ағиҙел һәм Дим йй. буйында ерҙәре була. Никита Васильевич В. улы Савелий Никитич В., 1735 й. Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. Григорий Дмитриевич В. улдары: Василий Григорьевич В., 1729 й. Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. 1735 й. алып отставкала. Ағиҙел й. буйында ерҙәре була; Матвей Григорьевич В., сит ил хеҙмәтле кешеләре исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Өфө дворяндар ротаһында хеҙмәт итә. 1762 й. алып отставкала. Шулай уҡ билдәле булғандары: Пётр Иванович В. (1777—?), 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур казак ғәскәренең Табын станицаһында хеҙмәт итә. Сотник (1829). 1794 й., 1802 й. һәм 1806 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәттә була. 1812—18 йй. Рәсәй империяһының көньяҡ-көнбайыш сигендә (Прут һәм Дунай йй. буйында), 1821 й. Түбәнге Новгород ҡ. хеҙмәт итә; Павел Филиппович В. (1797—?), Ырымбур казак ғәскәренең Өфө станицаһында хеҙмәттә була. Сотник (1814); Василий Петрович В. (1806—?), 1820 й. алып Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә. Зауряд-сотник (1829). 18 б. башында В. Өфө өйәҙе Ветошников а. (хәҙ. Өфө ҡ. эсендә) хужаһы була. 19 б. башында В. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған. Генераль ыҙанлау б‑са нәҫел вәкилдәре 1 мең дисәтинәгә яҡын ер биләгән.

Әҙәб.: Р а х и м о в Р.Н. Оренбургские и уральские казаки-дворяне Оренбургской губернии //Башкирский край. Уфа, 1994. Вып.5. 

Б.Ә.Аҙнабаев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019