Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИКТОРОВКА, Благовар р-нындағы ауыл

Просмотров: 632

ВИКТОРОВКА, Благовар р-нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 37 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 108 кеше; 1939 — 194; 1959 — 156; 1989 — 196; 2002 — 208; 2010 — 190 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Ауылға Өфө өйәҙендә алпауыт Базилевскийҙан 1904 й. һатып алынған ерҙәрҙә Таврия губ. Мелитополь өйәҙенән күсеп килеүсе немецтар нигеҙ һала. Шулай уҡ Викторфельд, 4‑се Колония исемдәре м-н билдәле булған.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: