Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘР, Мәсетле р-нындағы ауыл

Просмотров: 722

ҒҮМӘР, Һарыса, Мәсетле р-нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 146 кеше; 1920 – 263; 1939 – 179; 1959 – 203; 1989 – 203; 2002 – 216; 2010 – 166 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Дыуан улусы Мәсетле а. (хәҙ. Дыуан-Мәсетле а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (29 йортта 182 кеше йәшәгән) билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ғүмәр Ҡылысбаев исеме м-н аталған. Икенсе исеме — йорт старшинаһы Һарыса Атаяҡов исеменән. Шулай уҡ Яңы Мәсетле булараҡ билдәле булған. 1865 й. 6 йортта 15 кеше йәшәгән. Малс-ҡ, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Ауыл эргәһендә Ғүмәр тораһы I табылған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019