ӘХМӘТОВ Радик Рәхимйән улы
ӘХМӘТОВ Радик Рәхимйән улы (3.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан районы Өлкөндө а. — 9.8.2008), биохимик, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975). БАХИ‑ны тамамлаған (1958). 1959—85 йй. СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалында эшләй: 1967 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, 1981 й. — Биология институты директоры; бер үк ваҡытта 1967—81 йй., шулай уҡ 1985 й. башлап БДУ‑ла биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире, 2000 й. — уҡытыусы. Республикала үҫемлектәр биотехнологияһы һәм кеше генетикаһы үҫешенә нигеҙ һалған. Фәнни хеҙмәттәре күҙәнәк ядроһын һәм үҫемлектәр гетерозисының молекуляр‑генетик тәбиғәтен өйрәнеүгә арналған. Ә. етәкселегендә тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙәге гистон аҡһымдарының модификацияһы табылған; күҙәнәктең генетик аппараты активлығын яйға һалыуҙа фитогормондар һ.б. физиологик актив матдәләр ҡатнашлығының яңы механизмдары асыҡланған; рекомбиноген үҙенсәлектәргә һәм иммунитетты стимуллаусы, фунгицид тәьҫиренә эйә булған химик берләшмә асылған. Уның тарафынан үҫемлектәрҙә матдәләр алмашыныуының, ш. иҫ. үҫемлектәрҙең гетерозис гибридтарында һәм уларҙың сығанаҡ формаларында нуклеин кислоталары синтезланыуының ҡайһы бер законлыҡтары билдәләнгән; беренсе тапҡыр ҡыяҡлыларҙың протопластарынан каллусҡа оҡшаш туҡымалар алынған. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1975).
Х е ҙ м.: Электронно‑микроскопическая цитохимия. Уфа, 1971 (авторҙ.); Теоретические основы селекции. Т.1. Молекулярно‑биологические аспекты прикладной ботаники, генетики и селекции. М., 1993 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова