Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЦИДОФИЛДАР

Просмотров: 1022

АЦИДОФИЛДАР (лат. acidus — әсе һәм ...фил), артыҡ кислоталылыҡ булған субстратта йәшәгән организмдар. Ацидофил микроорганизмдарға һөт к‑таһы, май к‑таһы һәм уксус к‑таһы бактериялары ҡарай. Тәбиғәттә айырыуса һөттә һәм һөт аҙыҡтарында (Lactobacillus lactis, L. bulgaricus, Streptococcus lactis һ.б.), үҫемлектәрҙә һәм тарҡалыусы үҫемлек ҡалдыҡтарында (Lactobacillus plantarum, L. fermentum, Leuconos­toc mesenteroides һ.б.), кеше һәм хайуандар эсәклегендә (Lactobacil­lus acidophilus, Streptococcus fae­calis, S. bovis һ.б.) осраусы һөт к‑таһы бактериялары таралған. Ацидофил микроорганизмдар эшмә­кәрлегенә силослау (ҡара: Силос), кәбеҫтә тоҙлау нигеҙләнә; улар һөт аҙыҡтары (ҡатыҡ, кефир, ҡымыҙ һ.б.), әсе ҡамыр, сейләй ыҫланған колбасалар (салями, сервелат) әҙерләү өсөн ҡулланыла. Май к‑таһы бактериялары аҙыҡ-түлектең боҙолоуына килтереүе мөмкин. Ацидофил үҫемлектәр башлыса күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡтарҙа үҫә. Күтәренке һаҙлыҡтарҙа аҙ сәскәле күрән, альп йөнтәҫ күрәне, еңсәле мамыҡбаш күрән, инглиз ысыҡ үләне, күп башаҡлы мамыҡбаш күрән, ҡара тал, мүк еләге, һаҙ мүге затына ҡараған мүктәр, һаҙанаҡ, һаҙ мунсағы һ.б. үҫә, күсмә һаҙлыҡтарҙа — күрән, ҡылысъяпраҡ, мамыҡбаш күрәндең бер нисә төрө, өсъяпраҡ, тәлгәш ҡайын, һаҙғанат һ.б. Ҡайһы бер ацидофил үҫемлектәр (гермафродит энәле көртмәле, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, тәпәш ҡайын һ.б.) Башҡортостан өньяҡ) Уралының тау тайгаһы һәм тау тундраһы бүлкәттәрендә үҫә. Ацидофил үҫемлектәрҙең экосистемаларҙағы роле кислоталы ямғырҙар (улар тупраҡты әсетеп, күп, айырыуса ағас, үҫемлектәрҙең үҫеүен яйлата) яуыу осраҡтары теркәлгән райондарҙа арта. А. — ашарға яраҡлы үҫемлектәр (көртмәле, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле һ.б.), дарыу үҫемлектәре (баҫыу ҡырҡбыуыны, өсъяпраҡ, һаҙанаҡ һ.б.), аҙ ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре (йылан теле, эт ҡондорағы һ.б.), декоратив үҫемлектәр (әскелтем үлән, һаҙғанат һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (зәһәр лютик, һаҙ томбойоғо һ.б.), ҡый үләндәре (диуала, турғай ҡуҙ­ғалағы һ.б.). Аҙ сәскәле күрән, һаҙ мунсағы һ.б. ацидофил үҫемлектәр БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Хайуандар араһында А. иҫәбенә сфагнум һаҙлыҡтарында юғары кислоталы мөхиттә йәшәгән, нейтраль һәм һелтеле шарттарҙа осрамаған ҡамсылылар һәм өйрөлмәктәр инә. Шулай уҡ ҡара: Һаҙ тупрағы.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019