Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЭРОБТАР

Просмотров: 1018

АЭРОБТАР (аэро... һәм гр. bíos — тормош), мөхиттә молекуляр кислород булғанда йәшәгән һәм үҫкән организмдар. А. бөтә үҫемлектәр һәм хайуандар, күпселек бәшмәктәр һәм күп бактериялар ҡарай. Облигат (мотлаҡ) һәм факультатив (мотлаҡ булмаған) А. айырыла. Облигат А. күҙәнәк (туҡыма) һулышы процесында туҡлыҡлы матдәләрҙең окисланыуы иҫәбенә энергия ала һәм кислород булғанда ғына үҫешә ала. Факультатив А., әсеү энергияһын ҡулланып, кислородтың аҙ концентрацияларында ла үҫә ала (микроаэрофилдар). Фотосинтезға һәләтле А. (ылымыҡтар, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр, цианобактериялар) кислород бүлеп сығара һәм башҡа аэроб организмдарҙың үҫеүен тәьмин итә. Башҡортостанда А. араһында 80‑дән ашыу реликт, яҡынса 60 эндемик бар, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 220 төр көпшәле үҫемлек, 24 төр мүк һымаҡтар, 12 төр лишайник, 19 төр ылымыҡ, 5 төр бәшмәк һәм 112 төр хайуан индерелгән.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019