Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЗНЕСЕНКА (ЫРҒЫҘЛЫ) ЗАВОДЫ

Просмотров: 892

ВОЗНЕСЕНКА (ЫРҒЫҘЛЫ) ЗАВОДЫ, 1753 й. К.Е.Сиверс тарафынан Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ырғыҙлы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Сиверс, 1765 й. алып ҡаҙна ҡарамағында. 1756 й. эшләй башлай. 7 баҡыр иретеү мейесе, гармахер һәм шплейзофен горндары, инструменттар эшләү оҫтаханаһы, 1771 й. ҡарай 7 баҡыр иретеү мейесе, штыклы һәм 2 гармахер горны, горнлы баҡыр сүкеү ф‑каһы һәм 4 горнлы тимерлеге була. В.(Ы.)з. 450 рудник ҡараған. 18 б. аҙ. ҡарай завод 50,3 мең дисәтинәнән ашыу ер биләй. 1772 й. В.(Ы.)з. 2363 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә 44,3 мең бот саф баҡыр иретелә; макс. етештереүсәнлек 5,5 мең бот тәшкил итә (1761). 1758—62 йй. В.(Ы.)з. завод хакимиәте башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә крәҫтиән сыуалыштары була. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында завод талана, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1774 й. апр. башында бында Е.И.Пугачёв булып китә. 1777 й. завод тергеҙелә, һуңынан ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Бөрйән р‑нының Ырғыҙлы а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Верхотор заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019