Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСКРЕСЕНКА ЗАВОДЫ

Просмотров: 958

ВОСКРЕСЕНКА ЗАВОДЫ, 18 б. 40‑сы йй. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ һәм Тамъян улустары башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Тор й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1745 й. алып Твердышев м‑н Мясников, 1783— 1830 йй., 1836—70 йй. һәм 1891— 95 йй. Пашковтар, 1830—36 йй. ҡаҙна, 1870—71 йй. “Прогден, Леббок һәм К°”, 1871—91 йй. “Рус баҡыры”. Воскресенка тау округына ингән. 1745 й. эшләй башлай. 7 баҡыр иретеү мейесе, гармахер һәм 3 крица горны, 2 йәйеү сүкеше; 19 б. уртаһында 7 шахталы иретеү мейесе, шплейзофен, гармахер һәм штыклы горндар, 2 суйын иретеү мейесе (вагранка), 2 ҡыҙҙырыу мейесе (табаҡлы баҡыр өсөн), 6 һыу тәгәрмәсе һәм пар машинаһы була. 1797 й. В.з. 138 рудник ҡарай, шуларҙың 7‑һе (ш. иҫ. Ҡарғалы руднигы) эшләй. 19 б. уртаһында завод 59 мең дисәтинә ер биләй. Заводта 1772 й. — 2300 тау сәнәғәте крәҫтиәне, 1797 й. — 1276 мастеровой һәм эшсе кеше, 1860 й. 1770 тау сәнәғәте крәҫтиәне иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә яҡынса 1,6 млн бот баҡыр иретелә; макс. етештереүсәнлек — 20,5 мең бот (1835). 1895 й. алып суйын етештерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында заводтың 1 меңдән ашыу крәҫтиәне (ш. иҫ. Г.Туманов) баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1773 й. окт. — 1774 й. апр. завод баш күтәреүселәр ҡарамағында була: артиллерия ҡоралдары һәм һуғыш кәрәк‑ярағы етештереү ойошторола (етәкселәре Я.С.Антипов, И.Н.Зарубин, И.И.Ульянов). 1902 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Мәләүез р‑ны Воскресенск а. урынлашҡан. Төп корпус һәм завод идаралығы бинаһы (18 б.), торлаҡ йорттар һәм амбулатория бинаһы (20 б. башы) — архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: Верхотор заводы мәҡ. ҡарағыҙ. 

З.И.Гудкова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: