Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУРОВКА, Кушнаренко р-нындағы ауыл

Просмотров: 781

ГУРОВКА, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Иҫке Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1410 кеше; 1920 – 1084; 1939 – 898; 1959 — 373; 1989 – 121; 2002 – 110; 2010 – 76 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға 19 б. Өфө өйәҙендә Рязань губ. килгән удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. Г. (Усердино) исеме м-н иҫәпкә алына, 172 йортта 1454 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 2 ел тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Гуровка тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. И.П.Рассказов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019