Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН МИЛЛИ ПАРКЫ

Просмотров: 1744

БАШҠОРТОСТАН МИЛЛИ ПАРКЫ, федераль әһәмиәткә эйә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ-көнбайышында Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 82,3 мең га, терр‑яның яҡынса 90%‑ты урман м‑н ҡапланған. Милли парк буйлап Ағиҙел һәм Нөгөш йй. аға; Б.м.п. сиктәрендә Үтәмеш, Кибез, Ямантау һырттары, Күперлә й. карст күпере, Ҡотоҡ төбәге, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Йомағужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Рельефы тауҙар теҙмәһенән торған тигеҙлек, йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Б.м.п. имән, йүкә, ҡара саған, йыла, шыршы, ҡарағайҙан торған реликт ҡатнаш урмандар һаҡланған; тау‑дала үҫемлектәре үҫкән урындар бар. Флораһында 761‑ҙән ашыу ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлек төрө, ш. иҫ. 27 реликт (бейек торҡа сәскә, Гмелин ҡарға ҡуҙағы, казак артышы, Маттиоль кортузаһы, оҫҡон йыуаһы, Роберт яраны, себер зигаденусы һ.б.) һәм 27 эндемик (күкшел аҡтамыр, кәкре ҡылсыҡлы аҡтамыр, Талиев ҡанүләне, татар сәсмәүбашы, шырт еҙүлән һ.б.), һанала. БР- ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 49 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 16‑һы (кәкүк ситеге, шырт еҙүлән һ.б.) — РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына. Фаунаһында 32 төр балыҡ (ажау, аҡ сабаҡ, ҡорбан, сабаҡ, һыла һ.б.) һанала, 9 — ер‑һыу хайуаны (күл тәлмәрйене, осло моронло тәлмәрйен, һоро әрмәнде һ.б.), 9 — һөйрәлеүсе (етеҙ кеҫәртке, ябай ҡара йылан, ябай туҙбаш йылан һ.б.), 232 — ҡош (ваҡ тәтелдәүес, ҡолаҡлы сыпҡай, ҡор, мышар барҡылдағы, әберсен, ябай һандуғас һ.б.), 65 — имеҙеүсе (аҡ ҡуян, ҡоралай, тейен, һоро айыу, һыуһар һ.б.). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 75 һирәк төрө (16 — умыртҡаһыҙ, 59 — умыртҡалы) индерелгән, шуларҙың 38‑е (аполлон, ҡарағош, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, европа зөгәйе, европа бәрҙеһе, йылға бағыры, кәлмәргән, ҡара ҡауҙы, ҡарасабан, ҡыҙыл балыҡ, мнемозина, мыйыҡлы альп ҡуңыҙы, сапсан, уҡбалыҡ һ.б.) — РФ-тың Ҡыҙыл китабына. Б.м.п. терр‑яһында тикшеренеүҙәрҙе 1950—90 йй. һәм 2000—09 йй. парктың ғилми хезм‑рҙәре (И.М.Нурмөхәмәтов, Л.А.Солтангәрәева) м‑н берлектә Биология институты ботаниктары (Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров, А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов), Башҡорт дәүләт университеты зоологтары (М.Ғ.Баянов, Р.Ф.Биккенин, И.П.Дьяченко, Ә.Ф.Мәмәтов) үткәрә. 1986 й. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының уникаль тау урмандарын һәм башҡорт бал ҡортон һаҡлау өсөн ойошторола. Б.м.п. рекреация маҡсатында ҡулланыла. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составында.

Әҙәб.: Государственный доклад о состоянии окружающей природной среды Республики Башкортостан в 2000 году. Уфа, 2001.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019