Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы

Просмотров: 1203

БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы [14.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Рәжәп а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 20.12.2019, Өфө ҡ.], зоолог. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). БАХИ‑ны тамамлаған (1952). 1956 й. алып Иркутск ветеринария ғилми- тикшеренеү станцияһында, 1958 й. — Иркутск ауыл хужалығы институтында эшләй. 1961 й. башлап БДУ‑ла уҡыта: 1967—71 йй. биология факультеты деканы, 1985—2000 йй. зоология кафедраһы мөдире. Б. һыу экосистемаһы гельминттары фаунаһы таксономик структураһының тотороҡлолоҡ принциптарын формалаштыра, экологик тигеҙлекте һаҡлау процестарын өйрәнә, гельминтологиялағы ареал һәм популяция төшөнсәләрен аныҡлай. Б. республиканың ауыл хужалығы предприятиелары өсөн һыу ҡоштарының гельминтоздарын иҫкәртеүҙең биологик нигеҙҙәре буйынса тәҡдимдәр эшләй (1982). “Башҡорт АССР‑ының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Башкирской АССР”; 1987), “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы” (“Красная книга Республики Башкортостан”; 2004) һәм “Башҡортостандың хайуандар донъяһы” (“Животный мир Башкортостана”; 1995) китаптары авторҙарының береһе.

Хеҙм.: Зоологические исследования в Башкирии (ист. справка и указ. лит.). Уфа, 1997; Птицы Южного Урала. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Б.М.Миркин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2021