Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРМИН Леонид Николаевич

Просмотров: 853

БАРМИН Леонид Николаевич (16.4.1931, Белорет ҡ. — 16.6.1995, Екатеринбург ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1972). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) шунда уҡ эшләй: 1970 й. алып технология ф‑ты деканы, 1972—79 йй. уҡыу-уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1975 й. башлап һаҡлағыс һәм нығытҡыс ҡаплауҙар каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металлургияла иретмәләрҙең төҙөлөшөн һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүен өйрәнеү м‑н бәйле. Б. ҡатнашлығында иретелгән шлактарҙа водород булыу формалары билдәләнә, байтаҡ окисланыу-ҡайтарылыу металлургик реакцияларының кинетик константалары табыла һәм механизмдары асыла. Уйлап табыуҙары РФ‑тың металлургия пр‑тиеларында индерелгән. 290‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1982).

Р.Х.Ғарифуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019