Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРЫКИН Николай Петрович

Просмотров: 943

БАРЫКИН Николай Петрович (11.8.1938, Сталинград ҡ. — 12.8.2016, Өфө ҡ.), инженер-металлург. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Куйбышев авиация институтын тамамлағандан һуң (1962) ӨМЭЗ‑дә, 1964 й. алып ӨАИ‑ла (1973 й. башлап металдарҙы баҫым менән эшкәртеү машиналары һәм технологиялары кафедраһы мөдире) эшләй. 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында: лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2005—06 йй. институт директоры вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре пластик деформация ваҡытындағы сиктәш эффекттарҙың моделен яһау, пластик формалашыу процестары ваҡытында, ш. иҫ. үтә һығылмалылыҡ шарттарында, ышҡылыу законлыҡтарын табыуға арналған. Б. етәкселегендә машина һәм приборҙар эшләүҙә ҡатмарлы профилле деталдәр производствоһы өсөн энергияны аҙ сарыф итеүсе технологиялар уйлап табылған, улар БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре предприятиеларында индерелгән.

Хеҙм.: Структурно-механические модели материалов в условиях процессов обработки давлением и последующей эксплуатации //Кузнечно-штамповочное производство. 1999. №4; The Influence of Deformation Heat Treatment on the Structure and Wear Resistance //Journal of Materials Engineering and Performance. 1997. Vol.6. №1 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғилманов

В.В.Астанин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021