Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘШИРОВ Радик Миңлехан улы

Просмотров: 1484

БӘШИРОВ Радик Миңлехан улы (7.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), инженер-механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), техник ф. д‑ры (1982), проф. (1983). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (1996). Р.М.Бәшировтың ағаһы. БАХИ‑ны тамамлаған (1959), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1967—2000 йй. тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1971 й. башлап а.х. механизациялау ф‑ты деканы, 1973—84 йй. ғилми эштәр б‑са проректор, 1988—99 йй. ректор, 2005—09 йй. автотрактор двигателдәре һәм йылылыҡ техникаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре гидравлик аккумуляторлы системаларҙа яғыулыҡ биреү процесын иҫәпләү методикаһын һәм теорияһын, плунжер парҙарының һәм ҡыҫыусы клапандарҙың ныҡлығын тикшереүҙең яңы алымдарын һәм приборҙарын эшләү м‑н бәйле. Б. тарафынан бер нисә насос һәм форсунка (атап әйткәндә, яғыулыҡ бөркөү процесы электроника ярҙамында идара ителә торған) конструкцияһы уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Топливные насосы распределительного типа. М., 1975 (авторҙ.); Топливные системы автотракторных и комбайновых дизелей. Уфа, 2004; Основы теории и расчёта автотракторных двигателей. Уфа, 2010.

Ф.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: