Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЯНОВ Илмир Мәсүил улы

Просмотров: 858

БАЯНОВ Илмир Мәсүил улы (1.1.1966, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2008). МДУ-ны тамамлаған (1989). 1992 й. алып Бөрө соц.‑педагогия акад. эшләй (1996 й. башлап дөйөм физика каф. мөдире), 2009 й. сент. — Ҡазан техник ун‑тында, 2009 й. нояб. — Ғәмәли фәндәр ун‑тында (Вольфсбург ҡ., Германия). Фәнни хеҙмәттәре күп фазалы ағымдар механикаһы, электр химияһы һ.б. м‑н бәйле. Б. ауыр газдарҙың Ерҙең өҫкө йөҙө буйлап таралыуы, атмосферала углеводород ҡалдыҡтарының таралыуы һәм ер өҫтөндәге объекттар м‑н сикләнгән арауыҡта газ һәм һауа ҡатышмаһының үҙенән-үҙе тоҡанып китеүе законлыҡтарын һ.б. өйрәнә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Поведение облака выбросов с большим влагосодержанием в приземном слое атмосферы //Теплофизика высоких температур. 2007. Т.45. №2 (авторҙ.); Автомодельная задача о диффузионном перемешивании парогазокапельных систем //Прикладная математика и механика. 2008. Т.72. Вып.4 (авторҙ.).

В.Ш.Шаһапов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019