Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛЕДНЫХ Василий Васильевич

Просмотров: 712

БЛЕДНЫХ Василий Васильевич (21.7.1938, Өфө ҡ. — 20.5.2017, Силәбе ҡ.), инженер‑механик. Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы (2007), РФА (2013) академигы, техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлағандан һуң (1961) БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Фёдоровка райондарындағы “Сельхозтехника” предприятиеһы бүлексәләренең баш инженеры. 1967 й. алып (өҙөклөк менән) Көньяҡ Урал аграр университетында эшләй (Силәбе ҡ.): ғилми‑тикшеренеү бүлеге начальнигы, Иҫәпләү үҙәге етәксеһе, иҡтисад кафедраһы мөдире, 1973—78 йй. ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы, 1980 й. башлап уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1986—2008 йй. ректор, 2009 й. алып баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта диссертацион совет рәйесе. 1978—80 йй. Кубаның юғары белем биреү министрлығы советнигы (Гавана ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығы машиналарын һәм технологияларын иҡтисад‑математик ысулдар нигеҙендә проектлауға арналған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Силәбе өлкәһенең машиналар эшләү предприятиеларында индерелгән. 1996—2008 йй. “Оло Урал” ассоциацияһының ауыл хужалығы машиналарын эшләү буйынса фәнни‑техник советы етәксеһе, 1999 й. алып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының ауыл хужалығы машиналарын эшләү буйынса “Урал төбәктәре” төбәк‑ара үҙәге етәксеһе. Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының 4‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1990), Дуҫлыҡ (2008) ордендары менән бүләкләнгән.

Хеҙм.: Вычислительная техника в инженерных и экономических расчётах. 3‑е изд. М., 1988 (авторҙ.); Практикум по сельскохозяйственным машинам. 3‑е изд. М., 1999 (авторҙ.); Техническое обслуживание и ремонт машин в сельском хозяйстве. 2‑е изд. М., 2003 (авторҙ.).

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Р.С.Рәхимов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022