Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКОММУНВОДОКАНАЛ”, ДУП

Просмотров: 771

“БАШКОММУНВОДОКАНАЛ”, ДУП. Һыу менән тәьмин итеүҙе һәм канализация коммуналь системаларын файҙаланыуҙы һәм камиллаштырыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составында БР ҡалаларындағы һәм райондарының адм. үҙәктәрендәге 21 һыу үткәргес-канализация хужалығы пр‑тиеһы. Эсәр һәм ағынты һыуҙарҙың сифатын күҙәтеү б‑са база (1978 й. нигеҙләнгән) һәм объект лаб. бар. 2010 й. 3279 кеше эшләгән.

1966 й. “Башводоканал” респ. производство идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, составына Өфө, Белорет, Ишембай, Күмертау, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ. һыу үткәргес-канализация хужалығы идаралыҡтары инә. 1974 й. алып ПБ, 1990 й.— хәҙ. исемде йөрөткән ПБ, 1999 й. хәҙ. статусын ала. 2000 й. ҡарата бөтә ҡалаларҙа һәм 13 район үҙәгендә һыуҙы тулы биологик таҙартыу м‑н канализация таҙартыу ҡоролмалары (дөйөм ҡеүәте тәүлеккә 776 мең м3 ашыу) һәм 418 км коллектор төҙөлә. 1972 й. Бөрө ҡ. һәм Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., 1974 й. Белорет, Мәләүез, Октябрьский ҡҡ. һыуҙы озон м‑н эшкәртеү технологиялары; ултырманы механик ҡоротоу технологияһы, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу б‑са блоклы-компактлы ҡулайламалар индерелә (1977).

В.С.Першанин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019