Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКОММУНЭНЕРГО”, ААЙ

Просмотров: 739

“БАШКОММУНЭНЕРГО”, АЙ. Ҡаҙандар, газ горелкалары һәм стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә; электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә проектлау, монтажлау һәм сафҡа индереү-көйләү эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. 2010 й. 45 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1972 й. “Баштеплоэнерго” производство-эксплуатация берекмәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1988 й. Энергетика эксплуатация идаралығы (1964 й. нигеҙләнгән) менән берләштерелә, 1990 й. алып “Б.” республика берекмәһе, 1992 й. — ДУП, 2004 й. — ААЙ, 2017 й. башлап хәҙерге статусын йөрөтә. Яңауыл филиалы бар.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023