Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН” сауҙа үҙәге, ААЙ

Просмотров: 591

“БАШҠОРТОСТАН” сауҙа үҙәге, ААЙ. Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары (50 меңдән ашыу төр) м‑н ваҡлап-күмәртәләп сауҙа итеүҙе, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһын етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра, 90‑ға яҡын өҫтәмә хеҙмәт күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 36 мең м2 булған бинаны биләй, ш. иҫ. сауҙа залдары — 11,7 мең м2, склад бүлмәләре — 5,4 (һыуытылғандары — 0,4). Составы: 2 универсаль магазин, йәмәғәт туҡланыуы комб‑ты (ресторан, кафе, бар, ашхана); 4 мең берәмектән ашыу сауҙа- технологик һәм һыуытыу ҡорамалы, 1000 еңел автомобилгә автотуҡталҡаһы бар. 2010 й. 400‑ҙән ашыу кеше эшләгән. “Б.” хеҙмәттәре м‑н көн һайын 10—20 мең кеше файҙалана.

1979 й. нигеҙ һалына, 1987 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала.

Э.А.Мөнирова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019