Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН” ҡунаҡхана комплексы

Просмотров: 1209

“БАШҠОРТОСТАН” ҡунаҡхана комплексы, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. 6 ҡатлы бинала (архитектор В.В.Максимов проекты) 114 номер, ресторан бар. 1941 й. “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ЯАЙ, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 1997—2002 йй. бинаға яңыртыу үткәрелә (архитектор П.А.Винкельман). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында А.А.Богомолец етәкс. Украина ССР‑ы ФА эргәһендәге оборонаға ярҙам итеү фәнни-техник ком‑ты урынлаша; 26‑сы Рыбинск мотор з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) белгестәре, Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты эшмәкәрҙәре, яҙыусылар С.Нерис, Н.С.Рыбак, М.Ф.Рыльский йәшәй. Бина — БР‑ҙың тарихи ҡомартҡыһы (1987).

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019