“БАШНЕФТЬ”, предприятие
“БАШНЕФТЬ” акционерҙар нефть компанияһы, асыҡ АЙ. БР, Ырымбур өлкәһе, Көнбайыш Себер территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе, Ираҡ һәм Мьянмала геология‑разведка эштәрен тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һ.б. киң продукция ассортиментын етештерә. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына “Башнефть‑Добыча”, “Башнефть‑Полюс”, “ВОСТОК‑НАО”, “Соровскнефть”, Bashneft International BV, “Башнефть‑Уфанефтехим” (ҡара: “Уфанефтехим”), “Башнефть‑УНПЗ” (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы), “Башнефть‑Новойл” ЯСЙ‑лары, “Уфаоргсинтез” асыҡ АЙ, “Туймазы газ эшкәртеү предприятиеһы”, “Шкапов газ эшкәртеү предприятиеһы”, “РН‑кат”, “Башнефть‑Розница” (ҡара: “Башкирнефтепродукт”), “Башнефть‑Строй”, “Башнефть‑Логистика”, “Башнефть‑ПЕТРОТЕСТ”, “Башнефть‑ПРОФИ”, “Башнефть‑Сервис НЭЗ‑ы”, “Башнефть‑АвтоТранс”, “Башнефть‑Сервис”, “Башнефть‑Информ”, “Башнефть‑Инвест”, “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексы ЯСЙ‑лары, “ОНК” АЙ инә. 2020 й. яҡынса 34,1 мең кеше эшләгән. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.
1935 й. “Востокнефть” тресын (1931 й. нигеҙләнгән) бүлеү һөҙөмтәһендә “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып Башнефтекомбинат, 1945 й. — “Б.” берекмәһе, 1975 й. — “Б.” ПБ, 1995 й. башлап “Б.” АНК ААЙ (составына “БашНИПИнефть”, “Аксаковнефть”, “Арланнефть”, “Ишимбайнефть”, “Краснохолмскнефть”, “Октябрьскнефть”, “Туймазанефть”, “Уфанефть”, “Чекмагушнефть”, “Южарланнефть” НГДУ‑лары, Ишембай быраулау эштәре идаралығы, Өфө быраулау эштәре идаралығы, Туймазы быраулау эштәре идаралығы, Бөрө геологик эҙләнеүҙәр контораһы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Туймазы газ эшкәртеү заводы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы һ.б. инә), 2002 й. алып “Б.” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ АЙ, 2016 й. — “Роснефть” нефть компанияһы асыҡ АЙ‑ның бүлендек йәмғиәте. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан 250‑нән ашыу нефть ятҡылығы һәм газ ятҡылығы асылған, 37 мең скважина бырауланған, 1,5 млрд т нефть, 70 млрд м3 ашыу газ сығарылған; 4072,3 мең м2 торлаҡ, 80 балалар баҡсаһы, 11 шифахана-профилактика учреждениеһы, 13 ял базаһы һәм 20‑нән ашыу социаль‑мәҙәни тәғәйенләнешле объект төҙөлгән. РФ‑тың нефть һәм газ сығарыусы предприятиеларының тәүге унауһы иҫәбенә инә (1999), 20‑нән ашыу ил, ш. иҫ. АҠШ, Бельгия, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Канада, Финляндия, Франция фирмалары, менән хеҙмәттәшлек итә. “Б.” белгестәре Алжирҙа, Афғанстанда, Вьетнамда, Иранда, Йеменда, Кубала, Сүриәлә, Һиндостанда нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙә ҡатнаша.
Компания тармаҡта тәүгеләрҙән булып ҡатламға һыу ҡыуҙырыу менән ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, ҡатлам баҫымын тотоу өсөн промыслала файҙаланылған һыуҙы ҡыуҙырыу, скважиналар селтәре тығыҙлығын ҡулайлаштырыу, горизонталь, ауыш йүнәлешле скважиналар төҙөү, ҡеүәтле станок-качалкалар, үҙәктән ҡыуыусы, электр ярҙамында батырылыусы насостар ҡуйыу, скважиналарҙы турбо- һәм электробурҙар менән быраулауҙы киң ҡулланыу, бәләкәй диаметрлы скважиналар ҡаҙыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ, нефть һәм газ йыйыуҙың бер торбалы системаһын файҙаланыу, быялаланған һәм футерланған насос-компрессор торбаларҙы ҡулланыу, тоҙ һәм парафин ҡатламдарын бөтөрөү технологияларын үҙләштерә. 2020 й. “Цифрлы нефть ятҡылығы” мәғлүмәт системаһы сәнәғәт ҡулланыуына индерелә. Асыҡ АЙ филиалдары тарафынан Ағиҙел, Обь, Печора йй. һыу биологик ресурстарын һаҡлаусы саралар үткәрелә. Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) ордендары менән бүләкләнгән.
“Б.” менән К.С.Баймөхәмәтов, С.И.Кувыкин, Г.П.Ованесов, Б.Ф.Сандурский, Е.В.Столяров, А.А.Трофимук һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Әҙәб.: Башкирская нефть. М., 1982; З а й н е т д и н о в Э.А. Башкирская нефть и её первопроходцы (XVIII—XX вв.). Уфа, 2017.
К.С.Баймөхәмәтов, Л.У.Нәсибуллина
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина